Йырҙа йәшәү сере...

Йырҙа йәшәү сере...
  • 1
    Кайындар янында

    1. Ниндәй утта янғанымды

    Уҙем генә беләйемме?

    Нишләргә тип, кәңәш һорап

    Ҡайындарға һөйләйемме?

    Ҡушымта:

    Эй, ҡайындар, һеҙ ҙә әллә

    Өҙөлөп-өҙөлөп һөйҙөгөҙме?

    Минең кеүек мөхәббәттең

    Ялҡынында көйҙөгөҙме?

    2. Аҡ ҡайындар йәшел шәлен

    Һарыларға алмаштырған –

    Ниндәй уйҙар ҡайындарҙы

    Һарыларға һабыштырған?

    3. Ҡайынҡайҙар япраҡ ҡоя

    Йыуатып hуң ни әйтәйем?

    Берсә күңелем төшөп китә,

    Берсә яна йөрәккәем.

  • 2
    Кара юрга
    Халыҡ көйө һәм һүҙҙәре

    Йомро матур тояғыңды

    Дағаларбыҙ, юрғам,

    Ҡырас матур ялдарыңды

    Уҡаларбыҙ, юрғам.

    Өстөңдәге һылыуыңды

    Төшөрсө әле, юрғам.

    Һайт, ҡара юрғам,

    Тайт, ҡара юрғам.

    Башыңдағы йүгәнеңде

    Көмөшләрбеҙ, юрғам,

    Ҡара-ҡырпыу үңдегеңде

    Нағышларбыҙ, юрғам.

    Өстөңдәге һылыуыңды

    Төшөрсө әле, юрғам.

    Һайт, ҡара юрғам,

    Тайт, ҡара юрғам.

  • 3
    Йыр яратам
    Мөдәрис Ғәзетдинов көйө, Зәйнәб Биишева һүҙҙәре

    Йыр яратам, ярһып бер йырлаһам,

    Ҡанатланам, күккә ашам мин.

    Тыуған ергә шатлыҡ, бәхет яулап,

    Ал таң булып һыҙылып атам мин.

    Йыр яратам – йырҙа йәшәү сере,

    Хеҙмәт дәрте, илхам, мөғжизә.

    Тыуған моңдар ҡолағымда сыңлап

    Оҙатып йөрөй һәр саҡ, һәр ерҙә.

    Йыр йырлаһам, күтәрә алмаҫ ауыр

    Ҡайғы хәсрәттәрем тарала.

    Йөрәгемдә өмөт, шатлыҡ, бәхет

    Сатҡылары балҡып ярала.

    Ашҡынмаһа йөрәк, талпынмаһа

    Йырҙар тыумаҫ ине атлығып.

    Һөйөүҙәрем, көйөүҙәрем булмаҫ,

    Булмаҫ ине йәшәү шатлығым.

  • 4
    Кил хин минэ

    1. Ғүмерем буйы һине һағынып көттөм,

    Ташҡын һыуҙар кеүек ашҡынып.

    Мөхәббәтем һиңә шулай көслө—

    Һүнгән усаҡ китер ҡабынып.

     

    Ҡушымта:

    Кил һин миңә, мөхәббәтем,

    Осраһа ла кәртәләр.

    Йөрәк һыҡрап һине көтә,

    Һинһеҙ үтә кис тә, иртәләр.

    Һинһеҙ — кис тә, иртәләр…

     

    2. Йылдар үтте… Йәшлек гөлө

    Көҙҙәй тормош еле менән ҡойолдо.

    Дауыл кеүек тыуған дәртле хистәр

    Йәш йөрәккә мәңге уйылды.

  • 5
    Елдэргэ

    1. Һағыштан hарғайғандарға,

     Ҡайғырып көн-төндәрен,

    Илтегеҙ етеҙ елдәрем

     Хуш еҫтәрен гөлдәрҙең.

     

    Ҡушымта:

    Наҙлап, йомшаҡ иркәләнә

     Һомғол ҡайын елдәрҙә.

    Серҙәрем hөйләйем елдәргә

    Илтегеҙ сит ерҙәргә.

     

    2. Юлдарығыҙ ишле булhын,

     Изге уйҙар елдәрем.

    Ҡуш ҡайындар hеҙҙе көтәр,

     Һанай-hанай көндәрен.

     

    3. Шыбырҙауын ҡамыштарҙың,

    Һандуғас тауыштарын,

     Ғашиҡтарҙың ҡауышҡанын,

    Мөхәббәт hағыштарын.

  • 6
    Хинхез яшэу - яшэу тугел ул

    1. Һин минән йыраҡ киткән саҡта

    Аҡ яулығың болғап юғалдың.

    Юл буйында баҫып ҡалдым яңғыҙ

    Юғалттым мин һине, юғалттым.

    Ҡушымта:

    Һин мине һағындыңмы тинең,

    Һинһеҙ йәшәү – йәшәү түгел ул.

    Һин мине көтәһеңме тинең,

    Һинһеҙ ғүмер – ғүмер түгел ул.

    2. Бар донъяны эҙләп сығыр инем,

    Эгәр һине көтә тиһәләр.

    Һинең өсөн йәнем бирер инем,

    Ярата ул һине тиһәләр.

    3. Мин һине эҙләп табам әле,

    Һиҙәм йөрәгеңдең типкәнен.

    Һинең киткән юлдан ҡайтам әле

    Күкрәгемә кыҫып үткәнде.

    Ҡушымта:

    Һин мине юғалттың бит тинең,

    Юғалтмам мин һине, юғалтмам.

    Һин мине һөйәһеңме тинең,

    Һине эҙләп, һиңә юл алам.

  • 7
    Атым бар бар йугэнем юк

     Атым бар, йүгәнем юҡ, 

    Дәртем бар, һөйгәнем юҡ, 

    Һай, атым да бар, дәртем дә бар,

    Әммә һөйгән йәрем юҡ.

    Һаҡмар буйы йәмле була,

    Япраҡ ярһа тал-тирәк. 

    Йәр һөйөп тә ала алмаһаң,

    Ярһый икән йәш йөрәк.

    Урал, һинең тауыңа

    Ҡыйғыр ҡоштар ҡуна алмай. 

    Һай, минең шатлыҡ хистәрем 

    Күкрәгемә һыя алмай. 

  • 8
    Ултырып караманым

     1. Ултырып ҡараманым…

    Күрешербеҙ тип күҙемде,

     Күрешербеҙ тип күҙемде,

    Тултырып ҡараманым.

     Һыҙылып таң атҡанда…

     Бер күҙ һирпеп ҡалыу етә,

     Бер күҙ һирпеп ҡалыу етә,

     Өҙөлөп яратҡанда.

     Ҡаштарың кыйғас ҡына…

    Әйтер һүҙҙәр иҫкә төшә,

    Әйтер һүҙҙәр иҫкә төшә,

     Оҙатып ҡуйғас ҡына.

     

    2. Сәстәрең ҡара булған…

     Икәү бергә үткән ара,

     Икәү бергә үткән ара,

     Иң матур ара булған.

     Булаһы булды инде…

     Һин ҡалған яҡтарға ҡарап,

    Һин ҡалған яҡтарға ҡарап,

     Күҙҙәрем тулды инде. 

  • 9
    Кормэзе ауылы

    1. Тауҙан сылтырап беҙҙен ауылға ,

    Бормаланып бер йылға аға. 

    Яҙмыштарҙы аҙ күрмәне, 

    Күпме серҙәр hаклай Көрмәҙе. 

    Ҡушымта:

    Яр буйында ҡалған бала сағым,

     Барҙыр унда йәшлегем эҙҙәре.

     Һағынғанға hиңә ашҡынып ҡайтам,

     Ауылым йәме - hин, Көрмәҙе!

     Ауылым йәме - hин! Һин, Көрмәҙе! 

    2. Яндарыңа килhәм моңланып,

     Йәшәүгә мин hинән көс алам. 

    Тағын ҡайтып күрмәй, түҙмәнем,

     Ар(ы)май-талмай, аҡ hин, Көрмәҙе. 

    3. Ҡушып hинең сылтыр тауышыңды,

     Һалдым йырға йөрәк hағышымды.

     Йылдар үтhен, яҙмыш өҙмәhен 

    Һиңә hуҡмағымды, Көрмәҙе. 

  • 10
    Эйтелмэгэн мохэббэт
    Вәсилә Фәттахова музыкаһы, Х.Ғиләжев һүҙҙәре

    Һине күреп, янып йөрөнөм,

    Әйтә алмай теләгемде.

    Әйтелмәгән мөхәббәтем

    Яндыра йөрәгемде.

    Үҙем һөйәм, үҙем көйәм,

    Үҙем ҡасам, күренһәң.

    Сәскә булып үсер инем,

    Сәскәләргә үрелһәң.

    Йә йылмайып, йә моңайып,

    Ҡаршыма килһәң ине.

    Тормыш юлын берәү булып

    Үтәйек тиһәң ине.

  • 11
    Шаулама хин Кара дингез

    Текст для данной песни пока отсутствует.

  • 12
    Хинен караш

    Текст для данной песни пока отсутствует.

  • 13
    Кышкы романс

    Текст для данной песни пока отсутствует.

  • 14
    Телефондар

    Текст для данной песни пока отсутствует.

  • 15
    Бул гына
    Салауат Низаметдинов көйө, Ләйлә Дәүләтова һүҙҙәре

    Миңә һинән берни кәрәк түгел,

    Яратмаһаң да ярай.

    Бары һағышланған йөҙөң генә

    Йөрәгемде яралай, яралай.

    Миңә һинән берни кәрәк түгел,

    Һин бәхетле, шат саҡта.

    Ләкин күңелеңә ауыр булһа,

    Онотма, онотма минең хаҡта.

    Миңә һинән берни кәрәк түгел,

    Йәшә, бары шул ғына.

    Башҡаға булһаң булырһың инде,

    Иң мөһиме – бул ғына, бул ғына.

  • 16
    Зарлы кош

    Текст для данной песни пока отсутствует.

  • 17
    Тик-так килэ сэгэт
    Салауат Низаметдинов көйө, Тәнзилә Дәүләтбирдина һүҙҙәре

    Тик-так, тик-так килә сәғәт

    Ваҡыт сормап алды мине.

    Алға сорнап алып осто

    Тыпырсынып, ҡалдыр тинем.

    Тик-так, тики-тики-так, килә сәғәт,

    Ваҡыт йөнөн иләй сәғәт.

    Ут орсоҡтан осоп ваҡыт

    Ҡул-аяҡты биләй йәһәт.

    Ҡалдыр тинем ашыҡмайым

    Ҡул теймәгән эшем байтаҡ.

    Баламды һөйөп туяйым

    Туҡта ваҡыт кире ҡайтам.

    Ваҡыт кәҙерен белмәгәнгә

    Күрһәтәме үҙенең көсөн.

    Йомғаҡтан ысҡынһаң икән

    Ҡалған эште бөтөрөр өсөн.

  • 18
    Аксарлак спектакленэн йыр

    Текст для данной песни пока отсутствует.

  • 19
    Башкортостан

    Текст для данной песни пока отсутствует.

  • 20
    Тойэлэс

    Текст для данной песни пока отсутствует.